606 - 607 - 608 - 609 - 610 - 611 - 612 - 613 - 614 - 615 - 616 - 617 - 618 - 619 - 620 - 621 - 622 - 623 - 624 - 625 - 626 - 0 - 1 - 2 - 3 - 4 - 5 - 6 - 7 - 8 - 9 - 10 - 11 - 12 - 13 - 14 - 15 - 16 - 17 - 18 - 19 - 20 - 21 - 22 - 23 - 24 - 25 - 26 - 27 - 28 - 29 - 30 - 31 - 32 - 33 - 34 - 35 - 36 - 37 - 38 - 39 - 40 - 41 - 42 - 43 - 44 - 45 - 46 - 47 - 48 - 49 - 50 - 51 - 52 - 53 - 54 - 55 - 56 - 57 - 58 - 59 - 60 - 61 - 62 - 63 - 64 - 65 - 66 - 67 - 68 - 69 - 70 - 71 - 72 - 73 - 74 - 75 - 76 - 77 - 78 - 79 - 80 - 81 - 82 - 83 - 84 - 85 - 86 - 87 - 88 - 89 - 90 - 91 - 92 - 93 - 94 - 95 - 96 - 97 - 98 - 99 - 100 - 101 - 102 - 103 - 104 - 105 - 106 - 107 - 108 - 109 - 110 - 111 - 112 - 113 - 114 - 115 - 116 - 117 - 118 - 119 - 120 - 121 - 122 - 123 - 124 - 125 - 126 - 127 - 128 - 129 - 130 - 131 - 132 - 133 - 134 - 135 - 136 - 137 - 138 - 139 - 140 - 141 - 142 - 143 - 144 - 145 - 146 - 147 - 148 - 149 - 150 - 151 - 152 - 153 - 154 - 155 - 156 - 157 - 158 - 159 - 160 - 161 - 162 - 163 - 164 - 165 - 166 - 167 - 168 - 169 - 170 - 171 - 172 - 173 - 174 - 175 - 176 - 177 - 178 - 179 - 180 - 181 - 182 - 183 - 184 - 185 - 186 - 187 - 188 - 189 - 190 - 191 - 192 - 193 - 194 - 195 - 196 - 197 - 198 - 199 - 200 - 201 - 202 - 203 - 204 - 205 - 206 - 207 - 208 - 209 - 210 - 211 - 212 - 213 - 214 - 215 - 216 - 217 - 218 - 219 - 220 - 221 - 222 - 223 - 224 - 225 - 226 - 227 - 228 - 229 - 230 - 231 - 232 - 233 - 234 - 235 - 236 - 237 - 238 - 239 - 240 - 241 - 242 - 243 - 244 - 245 - 246 - 247 - 248 - 249 - 250 - 251 - 252 - 253 - 254 - 255 - 256 - 257 - 258 - 259 - 260 - 261 - 262 - 263 - 264 - 265 - 266 - 267 - 268 - 269 - 270 - 271 - 272 - 273 - 274 - 275 - 276 - 277 - 278 - 279 - 280 - 281 - 282 - 283 - 284 - 285 - 286 - 287 - 288 - 289 - 290 - 291 - 292 - 293 - 294 - 295 - 296 - 297 - 298 - 299 - 300 - 301 - 302 - 303 - 304 - 305 - 306 - 307 - 308 - 309 - 310 - 311 - 312 - 313 - 314 - 315 - 316 - 317 - 318 - 319 - 320 - 321 - 322 - 323 - 324 - 325 - 326 - 327 - 328 - 329 - 330 - 331 - 332 - 333 - 334 - 335 - 336 - 337 - 338 - 339 - 340 - 341 - 342 - 343 - 344 - 345 - 346 - 347 - 348 - 349 - 350 - 351 - 352 - 353 - 354 - 355 - 356 - 357 - 358 - 359 - 360 - 361 - 362 - 363 - 364 - 365 - 366 - 367 - 368 - 369 - 370 - 371 - 372 - 373 - 374 - 375 - 376 - 377 - 378 - 379 - 380 - 381 - 382 - 383 - 384 - 385 - 386 - 387 - 388 - 389 - 390 - 391 - 392 - 393 - 394 - 395 - 396 - 397 - 398 - 399 - 400 - 401 - 402 - 403 - 404 - 405 - 406 - 407 - 408 - 409 - 410 - 411 - 412 - 413 - 414 - 415 - 416 - 417 - 418 - 419 - 420 - 421 - 422 - 423 - 424 - 425 - 426 - 427 - 428 - 429 - 430 - 431 - 432 - 433 - 434 - 435 - 436 - 437 - 438 - 439 - 440 - 441 - 442 - 443 - 444 - 445 - 446 - 447 - 448 - 449 - 450 - 451 - 452 - 453 - 454 - 455 - 456 - 457 - 458 - 459 - 460 - 461 - 462 - 463 - 464 - 465 - 466 - 467 - 468 - 469 - 470 - 471 - 472 - 473 - 474 - 475 - 476 - 477 - 478
Польза не во многих, но в хороших книгах - Сенека

Асмандарға ашты Ҡоролтайҙың балҡыштары, кәңәш ҡорҙо, һүҙ беркетте бөтә донъя башҡорттары!


 Башҡорт халҡы боронғо замандарҙан уҡ матур ғәҙәт буйынса үҙенең иң сетерекле һәм көнүҙәк мәсьәләләрен бөтә халыҡ йыйылышы – йыйындарға сығарған һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән. Бындай йыйындар халыҡты берләштереү, бер төптән эш итеү сараһы булып, халыҡтың сәйәси һәм иҡтисади тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булған. 

Нисек кенә булмаһын, тәүге башҡорт ҡоролтайҙары башҡорт милли хәрәкәте, Башҡорт автономияһын төҙөү тарихында ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. 1919 йылдың мартында Башҡорт совет автономияһын иғлан итеү, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте, уның ҡоролтайҙары менән туранан-тура бәйле.

Эйе, халҡыбыҙҙың үҫеш юлдарын билдәләү йәһәтенән ҡоролтай ҙур эш башҡарҙы. Ул милләт киләсәге өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙе үҙ ваҡытында күтәреп сыҡты, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә тырышты.

Милли китапхананың ваҡытлы матбуғат бүлегендә «Ҡоролтай тауышы» исемле III Бөтә донъя ҡоролтайына арналған күргәҙмә асылды. Был күргәҙмәбеҙҙә, тәүге башҡорт йыйындары тарихы ла, ағымдағы ҡоролтайға әҙерлек тә, унда ҡараласаҡ мәсьәләләр ҙә, шулай уҡ быйылғы ҡорҙа йәштәрҙең дә йәлеп ителеүе кеүек мәғлүмәттәр сағылыш тапты.

Ҡәҙерле китап һөйөүселәр, һеҙҙе, милли китапханабыҙ фондында һаҡланған ваҡытлы матбуғат баҫмалары аша тарих биттәренә сәйәхәт итергә саҡырабыҙ. Гәзит биттәре аша милләтебеҙҙең үткән юлдарына һәр бер тарихи мәленә байҡау яһай алырһыҙ.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты В.Никитин тарафынан ебәрелгән ҡотлау телеграммаһында ошондай юлдар бар «Был мөһим ваҡиға башҡорт халҡы өсөн генә түгел, Рәсәй халыҡтарының барыһы өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ул халыҡтарҙың үҙаңы нығыныуын, уларҙың үҙ халҡының бай традицияларын тергеҙеүгә һәм, һаҡлап алып ҡалыуға ынтылыуҙарын күрһәтә».

Был турала һәм ҡоролтайға ҡарата башҡа халыҡтарҙың ҡараштары, теләктәре, уй-фекерҙәре һәм ҡоролтайҙар тарихы тураһында мәҡәләләрҙе, күргәҙмәбеҙҙең «Ҡоролтай: быуаттар аша киләсәккә» исемле тәүге өлөшөндә таба алырһыҙ.

Интернациональ булған был сараның әһәмиәте – бында йәшәгән һәр бер халыҡтың, үҙ-үҙенә тоғролоғон юғалтмайынса, тыуған илебеҙҙең сәскә атыуына үҙ өлөшөн индереүҙә. Милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, мәҙәниәт һәм телгә иғтибарлы булыу – ғәҙел дә, һоҡланғыс та.

«Кем дә кем эшен кәңәшләшеп, ил аҡһаҡалдарының фекеренә ҡолаҡ һалып башҡара икән, уларҙың эштәре һәр ваҡыт уңышлы барып сығыр», – тигән хәҙисте иҫкә төшөрөп, оло ҡорға йыйылыр булған ти Башҡортостан Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин интервьюһында.

Ошо теләктән, быйыл республикабыҙ илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе III Бөтә донъя ҡоролтайына йыя. Әлбиттә, сит өлкәләрҙә ғүмер һөргән ҡәрҙәштәрҙе  баш йортҡа йыйып, милләттең артабанғы яҙмышы хаҡында һөйләшеп, кәңәшләшеп алыу һәр халыҡ өсөн дә ғәйәт фәһемле һәм файҙалы осрашыу буласаҡ. Был турала, күргәҙмәбеҙҙең «Беҙ – халҡыбыҙҙың бер өлөшсәһе» бүлегендә Силәбе, Оренбург, Мәскәү, Һамар һәм башҡа өлкәләргә һибелеп йәшәгән башҡорттарҙың тормошо, мәҙәниәте, көн күреше тураһында мәҡәләләр урын алды.  Был өлкәләрҙә ғүмер һөргән башҡорттар алдында торған тел, башҡорт халҡының мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләргә арналған мәҡәләләрҙән үҙегеҙҙе борсоған мәғлүмәттәр менән таныша алаһыҙ. Шулай уҡ, сит өлкәләрҙә ғүмер һөргән милләттәштәребеҙ үҙҙәренең милли-мәҙәни йөҙөн һаҡлап, үҙ мәнфәғәтен яҡлай аламы кеүек һорауҙарға яуаптар менән танышырға мөмкинселек бар.                    

Башҡортостаныбыҙ бөгөнгө көндә бөтөн яҡлап үҫешкән төбәктәрҙең береһенә әүерелде. Һис шикһеҙ, был республикабыҙҙың күп милләтле халҡының өстән бер өлөшөн тәшкил иткән йәштәрҙең дә эш һөҙөмтәһе икәне мәғлүм. Бөтә донья башҡорттарының 10-11 июндә Өфөлә үтәсәк 3-сө ҡоролтайы сиктәрендә беренсе тапҡыр башҡорт йәштәре ҡоролтайы ла уҙасаҡ. Был сараға арналған мәҡәләләр, күргәҙмәбеҙҙең «Йәштәр ҡоролтайы – заман талабы» өлөшөндә үҙ урынын тапты.

Әлбиттә, ҡоролтай – ул халҡыбыҙ өсөн бик мөһим сара. Унда ҡабул иткән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға һәр кем, өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә үҙ өлөшөн индерергә тейештәр. Сөнки ҡоролтай ул – бөтә халыҡ ойошмаһы. Халыҡ бер төптән тороп эшләй икән, республикабыҙ үҫәсәк, нығынасаҡ… 

Киләһе Ҡоролтай алдынан ҡараласаҡ мәсьәләләр тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә көндән-көн яңы мәҡәләләр баҫылып донъя күреп килә. Был баҫмаларҙы әлбиттә күргәҙмәбеҙҙә, ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға бирергә тырыштыҡ.

«Ҡоролтай һүҙ ҡор, ҡороу, тимәк, төҙөү, ижад итеү менән ауаздаш. Йыйын да йыйылыуҙан, тупланыуҙан килә бит. Ҡоролтайыбыҙ ижад итеү, тупланыу рухында үтһен ине.   

Милләтебеҙҙең аҫыл аҡылдарын, зирәк йөрәктәрен халҡы өсөн янып йөрөгән шәхестәрен туплаған оло мәжлескә шундай өмөттәр бағлайыҡ», - күренекле әҙибебеҙ Р.Бикбаев.

   Эйе, Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы тигән оло һүҙ, изге ниәт, яҡшы эштәр, файҙалы ҡарарҙар, аҡыллы тәҡдимдәр менән нығытылһын, ә йыйындың ҡанатлы Толпары халыҡ йөрәгендә киләсәккә булған, ҡыйыу пландар, яҡты хыялдар символына әүерелһен.

Ҡәҙерле китап уҡыусылар, һеҙҙе, милли китапхананың ваҡытлы матбуғат бүлегендә асылған «Ҡоролтай тауышы» исемле III Бөтә донъя ҡоролтайына арналған күргәҙмәбеҙгә саҡырып ҡалабыҙ.

 

 


морские перевозки грузов с IFT. . kak-vybrat.net