i=574
606 - 607 - 608 - 609 - 610 - 611 - 612 - 613 - 614 - 615 - 616 - 617 - 618 - 619 - 620 - 621 - 622 - 623 - 624 - 625 - 626 - 0 - 1 - 2 - 3 - 4 - 5 - 6 - 7 - 8 - 9 - 10 - 11 - 12 - 13 - 14 - 15 - 16 - 17 - 18 - 19 - 20 - 21 - 22 - 23 - 24 - 25 - 26 - 27 - 28 - 29 - 30 - 31 - 32 - 33 - 34 - 35 - 36 - 37 - 38 - 39 - 40 - 41 - 42 - 43 - 44 - 45 - 46 - 47 - 48 - 49 - 50 - 51 - 52 - 53 - 54 - 55 - 56 - 57 - 58 - 59 - 60 - 61 - 62 - 63 - 64 - 65 - 66 - 67 - 68 - 69 - 70 - 71 - 72 - 73 - 74 - 75 - 76 - 77 - 78 - 79 - 80 - 81 - 82 - 83 - 84 - 85 - 86 - 87 - 88 - 89 - 90 - 91 - 92 - 93 - 94 - 95 - 96 - 97 - 98 - 99 - 100 - 101 - 102 - 103 - 104 - 105 - 106 - 107 - 108 - 109 - 110 - 111 - 112 - 113 - 114 - 115 - 116 - 117 - 118 - 119 - 120 - 121 - 122 - 123 - 124 - 125 - 126 - 127 - 128 - 129 - 130 - 131 - 132 - 133 - 134 - 135 - 136 - 137 - 138 - 139 - 140 - 141 - 142 - 143 - 144 - 145 - 146 - 147 - 148 - 149 - 150 - 151 - 152 - 153 - 154 - 155 - 156 - 157 - 158 - 159 - 160 - 161 - 162 - 163 - 164 - 165 - 166 - 167 - 168 - 169 - 170 - 171 - 172 - 173 - 174 - 175 - 176 - 177 - 178 - 179 - 180 - 181 - 182 - 183 - 184 - 185 - 186 - 187 - 188 - 189 - 190 - 191 - 192 - 193 - 194 - 195 - 196 - 197 - 198 - 199 - 200 - 201 - 202 - 203 - 204 - 205 - 206 - 207 - 208 - 209 - 210 - 211 - 212 - 213 - 214 - 215 - 216 - 217 - 218 - 219 - 220 - 221 - 222 - 223 - 224 - 225 - 226 - 227 - 228 - 229 - 230 - 231 - 232 - 233 - 234 - 235 - 236 - 237 - 238 - 239 - 240 - 241 - 242 - 243 - 244 - 245 - 246 - 247 - 248 - 249 - 250 - 251 - 252 - 253 - 254 - 255 - 256 - 257 - 258 - 259 - 260 - 261 - 262 - 263 - 264 - 265 - 266 - 267 - 268 - 269 - 270 - 271 - 272 - 273 - 274 - 275 - 276 - 277 - 278 - 279 - 280 - 281 - 282 - 283 - 284 - 285 - 286 - 287 - 288 - 289 - 290 - 291 - 292 - 293 - 294 - 295 - 296 - 297 - 298 - 299 - 300 - 301 - 302 - 303 - 304 - 305 - 306 - 307 - 308 - 309 - 310 - 311 - 312 - 313 - 314 - 315 - 316 - 317 - 318 - 319 - 320 - 321 - 322 - 323 - 324 - 325 - 326 - 327 - 328 - 329 - 330 - 331 - 332 - 333 - 334 - 335 - 336 - 337 - 338 - 339 - 340 - 341 - 342 - 343 - 344 - 345 - 346 - 347 - 348 - 349 - 350 - 351 - 352 - 353 - 354 - 355 - 356 - 357 - 358 - 359 - 360 - 361 - 362 - 363 - 364 - 365 - 366 - 367 - 368 - 369 - 370 - 371 - 372 - 373 - 374 - 375 - 376 - 377 - 378 - 379 - 380 - 381 - 382 - 383 - 384 - 385 - 386 - 387 - 388 - 389 - 390 - 391 - 392 - 393 - 394 - 395 - 396 - 397 - 398 - 399 - 400 - 401 - 402 - 403 - 404 - 405 - 406 - 407 - 408 - 409 - 410 - 411 - 412 - 413 - 414 - 415 - 416 - 417 - 418 - 419 - 420 - 421 - 422 - 423 - 424 - 425 - 426 - 427 - 428 - 429 - 430 - 431 - 432 - 433 - 434 - 435 - 436 - 437 - 438 - 439 - 440 - 441 - 442 - 443 - 444 - 445 - 446 - 447 - 448 - 449 - 450 - 451 - 452 - 453 - 454 - 455 - 456 - 457 - 458 - 459 - 460 - 461 - 462 - 463 - 464 - 465 - 466 - 467 - 468 - 469 - 470 - 471 - 472 - 473 - 474 - 475 - 476 - 477 - 478
Книги - корабли мысли, странствующие по волнам времени и бережно несущие свой драгоценный груз от поколения к поколению - Фрэнсис Бэкон

Моңлоларҙы йыйҙы ҡосағына

Быйылғы йыл – бигерәк тә яуаплы йыл. Республика йылы. Уҡытыусылар йылы. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ул һәр кем өсөн оло һынау һымаҡ та ҡабул ителә.
16 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге ойошторған кисәлә бик күптәр халыҡ алдында һынау тотто. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Тәнзилә Үҙәнбаева. Тормошо һәм ижады” исемле китап туйында китаптың авторҙары, яратҡан йырсыбыҙҙың коллегалары, дуҫтары, уҡыусылары, Мәләүездән килеп еткән туғандары, китапхана уҡыусылары, йыр–моң һөйөүселәр ҡатнашты. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Республикабыҙҙың халыҡ артисы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева әйтмешләй, кисәләге моң–даръя күңел дауаһы, йәшәргә көс биреүсе инеш булды. Китап туйы кисәһен асҡанда, китапхананың директоры Азат Әхмәт улы Ибраһимов рухиәт хазинаһы бинаһында арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең, ғилем һәм белем эйәләренең тауыштарының күберәк яңғырауын теләне.
“Китап” нәшриәте вәкилдәре “Тәнзилә Үҙәнбаева. Тормошо һәм ижады” китабын аҫыл ташта киткән йәйғорға тиңләнеләр. “Ағиҙел” журналы мөхәррире Ф.Т. Күзбәков китаптың йыр–моң, ҡурай һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн оло бүләк икәнлеген билдәләп үтте.
Тәнзилә Хәмит ҡыҙына уҡытыусыһы Чембарисова Аэлита Хәйрулла ҡыҙы иң ҡәҙерле кеше, уҡытыусыһына ла ул үҙенең яғымлылығы, ижадына тоғро ҡалыуы, тырышлығы, инсафлығы менән берҙән–бер булып ҡалған икән. 27 йыл “Йәдкәр” ансамбленең примадоннаһы булған Тәнзилә Үҙәнбаева тураһындағы китапты тотош филармонияның айырылғыһыҙ бер тарихы, тип өҫтәне филармония директоры Данир Ғәйнуллин.
Филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты Фәнзил Бүләков башҡорт халыҡ йыры “Шәүрә”не башҡарып, беҙҙең халыҡтың көй күтәреү традицияһын дауам итте кеүек. Ысынлап та Тәнзилә сәхнәбеҙҙе биҙәр күркәм кеше. Яҙыусылар идараһы рәйесе урынбаҫары Ҡәҙим Аралбаев йырҙан алда һүҙ булыуын, йәғни әҙәбиәт менән сәнғәттең тығыҙ бәйләнеше һәм был китаптың исем туйы әҙәбиәт байрамы ла икәненә баҫым яһаны. Профессор Солтангәрәева Розалия фекеренсә, башҡорт моңо улар өсөн уртаҡ һәм яҡын, сөнки Розалияның фольклор экспедицияларында бөртөкләп йыйған халыҡ моңдарын Тәнзилә үҙ репертуарына ала һәм халыҡтың рухи байлығын йәш быуынға илтә. Быға ул артистка булараҡ ҡына түгел, уҡытыусы, Өфө сәнғәт училищеһының вокаль бүлеге мөдире булараҡ та ҙур өлөш индерә.
Тәнзилә Үҙәнбаеваның әхирәте, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхина фекерен Рәми Ғариповтың “Тормош” исемле шиғыры менән йомғаҡланы.
Ҡыйын да һин,
Ҡыҙыҡ та һин, тормош –
Күтәрелеү кеүек ҡаяға…
Ниндәй үкенесле булыр ине,
Тыумай ҡалған булһаҡ донъяға!..

Рухи мәҙәниәтебеҙҙе ҡаяларға күтәреүсе арҙаҡлы йырсыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ, дәүләт кешеләре булмаһа, ысынлап та был донъя һүнеп ҡалыр һымаҡ. Тәнзилә Үҙәнбаеваның ижад юлына, бөтә тормошона арналған энциклопедик характерҙағы был фотоальбомда артистканың, фотохудожниктар Н.Х. Ғәлиев менән Ф.З. Ғилмиярҙың шәхси архивтарында һаҡланған фотоһүрәттәр ҡулланылған. Уларҙы кисә барышында ҙур экрандар аша тамашасы ҡарай алды.

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү
бүлегенең баш китапханасыһы Миңниса Баһуманова
View image
View image
View image

Настоящая пицца на дом екатеринбург при заказе 2 Кока колы в подарок. . квартира посуточно в киеве, featured listings. . flash player для android . кухни германии, клуб в санкт-петербурге.